3 декабрь, Шәмбе

30 апрель 2010 йыл, 15:54

"Өфө" халыҡ-ара аэропортында һуғыш ветерандары өсөн өҫтәмә хеҙмәттәр ҡаралған

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына етди әҙерлек бара. Ветерандар — аэропорт хеҙмәткәрҙәренең фотоһүрәттәренән төҙөлгән стендтар предприятиеның бик күп бүлексәһен биҙәй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә почта аша 7 майҙа үтәсәк байрам тантанаһына саҡырыу ебәрелде.  

“Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Салауат Ҡотошев ҡарары менән 24 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 5 мең һум күләмендә матди ярҙам аласаҡ, 80 тыл хеҙмәтсәненә 3-әр мең бүленәсәк. Үҙҙәре килә алмаған ветерандарға йорттарына барасаҡтар. Шул уҡ көндө ветерандар Еңеү паркында сәскәләр һалыу тантанаһында ла ҡатнашырға тейеш.

Бынан тыш, Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ветерандарға байрам өҫтәле әҙерләнә. Еңеү юбилейына арналған традицион концерт Өфө сәнғәт училищеһында үтәсәк.

Был махсус саралар авиапредприятие ветерандары өсөн генә әҙерләнмәй, уларҙа аэропорт хеҙмәте менән файҙаланырға теләге булған һәр һуғыш ветераны һәм инвалид ҡатнаша ала. Мәҫәлән, май айы дауамында ветерандар юғары уңайлылыҡтағы залдарҙа – аэропорттың бизнес- һәм vip-залдарында хеҙмәтләндереү менән бушлай файҙалана ала. Рәсәй эсендәге, шулай уҡ халыҡ-ара авиалиниялар буйынса Өфөнән осорға тейешле ветерандар өсөн рейсҡа теркәлеү үтеү сираттан тыш башҡарыла, йәнә һауа судноһына улар бушлай алып барыла.

Ветерандарға махсус рәүештә пассажирҙар терминалдарында һәм аэропорттың вокзал яны майҙанында улар өсөн тәҡдим ителгән хеҙмәттәр тураһында иғландар һәм Еңеү Көнө менән ҡотлауҙар уҡыла. Аэровокзалда ҡуйылған мониторҙарҙа ҡотлау һәм теләктәр яҙылып барыла. Быларҙан тыш, Өфө аэропортында тәүлек әйләнәһенә табип һәм фельдшер медицина пункты эшләйәсәк һәм «тиҙ ярҙам» машинаһы торасаҡ.