3 декабрь, Шәмбе

30 апрель 2010 йыл, 16:09

Нуриман районында бөгөн Брест ҡәлғәһен һаҡлаусыны тәбрикләйҙәр

автор: Эльвира Ғәниева

Нуриман районында бөгөн райондың Почетлы гражданы Ришат Сәлих улы Исмәғилевты тәбрикләйҙәр. Сара ветерандың 90 йәшенә ҡарата үткәрелә.

Ришат Исмәғилев 1920 йылда Нимесләр ауылында тыуған. 1940 йылда Кушнаренко педагогия училищеһын тамамлай һәм Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышын 1941 йылдың 22 июнендә Брест ҡәлғәһе һаҡсылары рәтендә ҡаршылай.

Ҡәлғә-геройҙы обороналауҙа күрһәтелгән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Ришат Исмәғилев II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены менән наградланған.

Ришат Сәлих улы бар ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә арнай, 40 йылдан ашыу Байгилде урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡара. «Почет Билдәһе» ордены, «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы» билдәһе менән наградланған, уға, шулай уҡ, «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелгән.

Ришат Исмәғилев – «Нуриман районы очерктары», «Мәктәп директоры яҙмалары», «И учебой, и талантом», «Память жива» китаптары авторы. Ришат Сәлих улы ҡатыны Сәрүә Ғәзиз ҡыҙы менән алты бала тәрбиәләгән, уларҙың барыһы ла республикала һәм унан ситтә лә билдәле ғалимдар һәм педагогтар булып киткән.  

темалар: ветерандар