5 декабрь, Дүшәмбе

30 апрель 2010 йыл, 15:00

Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы ветерандар хаҡында хәстәрлек күреүҙе дауам итә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн сираттағы асыҡ ишектәр көнө үтте. Өфөләге Идаралыҡтың документтар менән эш итеүсе бүлегенә бындай саралар башланғандан алып 77 ветеран мөрәжәғәт иткән. Шуларҙан хоҡуҡты дәүләт теркәүенең тиҙләтелгән берҙәм процедураһы менән 33 кеше файҙаланған, ҡыҫҡартылған срок буйынса Теркәү палатаһынан 34 белешмә бирелгән.  

Идаралыҡ мәғлүмәте буйынса, башҡа территориаль бүлектәрҙә лә асыҡ ишектәр көнө уңышлы үтә. Нефтекама бүлегендә 13 ветерандан документ ҡабул ителгән, Бөрө районында туғыҙ һуғышта ҡатнашыусы был хеҙмәттән файҙаланған,  Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларында дүртәр ветеран ҡыҫҡа ваҡыт эсендә документ юллаған. Иглин районында хоҡуҡтарҙы теркәүгә 11 документ пакеты ҡабул ителгән, дүрт ветеранға мәғлүмәт бирелгән.  

Әйтергә кәрәк, Нефтекама бүлеге белгестәре ветерандарға башҡа төрлө ярҙам да күрһәтә. Мәҫәлән, хеҙмәткәрҙәр инициативаһы менән үҙҙәренең аҡсаһына аҡса түләргә мөмкинселеге булмаған ветерандарға күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарын теркәүгә дәүләт пошлинаһын түләү башҡарыла.  Бөгөнгө көндә хеҙмәткәрҙәр ете һуғыш ветеранына дәүләт пошлинаһын үҙҙәренең аҡсаһына ҡаплаған.