10 декабрь, Шәмбе

30 апрель 2010 йыл, 14:27

Өфө балалар тимер юлы сираттағы миҙгелен аса

автор: Любовь Колоколова

9 майҙа Советтар Союзы Геройы, почетлы тимер юлсы Василий Павлович Доброрез исемендәге Өфө балалар тимер юлы үҙенең сираттағы, 57-се пассажир миҙгелен аса.  

— Йәкшәмбе, 9 майҙа, иртәнге сәғәт 10-да балалар тимер юлы йәш өфөлөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын быйылғы йылдағы беренсе сәйәхәткә саҡыра. Миҙгелде асыу тантанаһына мәктәп уҡыусылары, балалар йорто тәрбиәләнеүселәре, тимер юл хеҙмәткәрҙәре саҡырылған, — тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретаре Рөстәм Ғөбәйҙуллин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда бәләкәй тимер юл магистралендә етди үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрелде, шуға күрә быйыл Өфө балалар тимер юлы 57-се миҙгелде яңыртылған сифатта аса. Поездың өс вагоны ла үҙгәреш кисергән, уларҙың эске дизайны ла яңыртылған. Әммә модернизациялау тамамланмаған әле. Ағымдағы йылда артабанғы үҙгәрештәр өсөн бер миллион ярым самаһы аҡса бүленгән.

Әйтергә кәрәк, юл йөрөү билетына хаҡ бишенсе йыл рәттән үҙгәрешһеҙ ҡала: баларға ул 40 һум тора, ололарға – 50. Балалар тимер юлы Иван Якутов исемендәге паркта иң арзан аттракцион булып ҡала.

Василий Доброрез исемендәге Өфө балалар тимер юлы 57 йыл элек асылған, һәм ошо арала бында 20 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы тәүге хеҙмәт практикаһын үткән. Юл оҙонлоғо — 2,1 километр, магистралдә ике станция — Йәшлек һәм Күл буйы урынлашҡан. Пассажирҙар – төрлө йәштәге балалар һәм уларҙың ата-әсәләре. Былтыр «Башҡортостан пионеры» поезы 2500 самаһы рейс яһаған һәм 17 мең пассажир йөрөткән.

Бәләкәй магистраль хеҙмәткәрҙәре – алтынсы-һигеҙенсе класс уҡыусылары. Йыл һайын балалар тимер юлында 380-гә яҡын йәш тимер юлсы эшләй, улар тәжрибәле  етәкселәренең ҡулы аҫтында тепловоз машинисы, тимер юл монтеры,вагондар тикшереүсе, контролер-ревизор, станция буйынса дежурный, проводник, диктор һәм экскурсовод кеүек һөнәр үҙләштерә. Балалар тимер юлы үҙенең бихисап тәрбиәләнеүсеһенә буласаҡ һөнәрен билдәләргә ярҙам иткән: һәр унынсы курсант артабан эш урыны итеп тимер юл транспортын һайлаған.