4 декабрь, Йәкшәмбе

30 апрель 2010 йыл, 11:30

Башҡортостан геройҙары тураһында китаптар донъя күрҙе

автор: Рауил Рамазанов

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт «Китап» нәшриәтендә Бөйөк Еңеү юбилейына ҡарата «Данлыҡлы исемдәр» рубрикаһы аҫтында Бөйөк Ватан һуғышында дан яулаған Башҡортостандың милли геройҙары тураһында өс китап нәшер ителде.

Рамаҙан Өмөтбаевтың «Генерал Күсимов» документаль повесы үҙен Ватанына һәм уның Ҡораллы Көстәренә тоғро хеҙмәт итеүгә бағышлаған башҡорт халҡының данлыҡлы улы, Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Тайып улы Күсимовтың тормошо һәм ул үткән һуғыш юлдары тураһында мауыҡтырғыс бәйән итә.  Китапта 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы фондынан фотоһүрәттәр файҙаланылған.

Ошо уҡ сериялағы икенсе китап Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов тураһындағы очерктар һәм хәтирәләр йыйынтығынан ғибәрәт. Китапта Ф.Ғ. Ғүмәров, С.Р. Ҡадыров һәм А.Х. Насыровтың материалдары ҡулланылған.

Өсөнсөһө – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтың ҡайтанан баҫтырылған китабы. Унда автор үҙенең комсомол осоро, еңел булмаған хәрби осоусы-штурмлаусы һөнәре хаҡында йәнле телдә һөйләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул Сталинград күгендә, Ҡырымда, Украинала, Белоруссияла һәм Балтика буйындағы алыштарҙа ҡатнаша, һуғышты Германияла тамамлай.

Китаптарҙың барыһы ла матур биҙәлгән, һирәк ҡулланылған фотоһүрәттәр менән байытылған һәм ветерандар өсөн дә, китап һөйөүселәргә лә, һис шикһеҙ,  матур бүләккә әйләнәсәк.

темалар: яңы китаптар