Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Ветерандар сатрашта ярышты

Йәмғиәт

Өфөлә һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре араһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған сатраш-шашка турниры үтте.  Башҡортостандың баш ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте менән ойошторолған традицион турнир аралашыу даирәһен киңәйтеү һәм ололар араһында интеллектуаль уйындарҙы популярлаштырыуҙы төп маҡсаты итеп ҡуйған.

Ярыштарҙа 24 ветеран ҡатнашты. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар дәртләнеп уйнаны. Уйын барышын судья Рауил Төхвәтуллин баһаланы.

Турнир йомғаҡтары буйынса ир-егеттәр араһында сатрашта беренсе урынды Айҙар Хөсәйенов яуланы, икенсе —Виктор Мацепуроға һәм өсөнсө урын Айрат Булгаковҡа бирелде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында сатрашта Алла  Евченкоға тиңләшеүсе табылманы, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Флүрә Мөхәмәтйәнова менән Мөнәүәрә Сәфиуллина бүлеште. Шашкала Рәзилә Хәбирова беренсе урын алды, икенсе урында – Фәймә Дусаева һәм өсөнсөлә – Мөнәүәрә Сәфиуллина.

Еңеүселәр грамоталар менән наградланды, турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Теги: сатраш
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть