10 декабрь, Шәмбе

30 апрель 2010 йыл, 10:20

Башҡортостанда аукциондар осоро етә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

БР буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы менән 2010 йылда 12 аукцион үткәреү планлаштырыла. Уларҙың иҫәбе артабан арта барырға тейеш. Был турала «Башинформ» агентлығына Идаралыҡтың лицензиялау бүлеге начальнигы Людмила Бабишева хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, аукциондарҙың төп өлөшө ағымдағы йылдың икенсе кварталында ойоштороласаҡ.

— Углеводород сеймалына — биш, ҡаты ҡаҙылма байлыҡтарға ете аукцион үтәсәк, — ти Людмила Леонидовна. – Беренсе кварталда биш аукцион үтергә тейеш ине. Әммә заявкалар булмау сәбәпле, шуларҙың дүртеһе үткәрелмәне. Йәнә берәүһе билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде.        

Яҡын аралағы саралар 15 июнгә планлаштырылған. Улар иҫәбендә Бөрйән районында урынлашҡан Ҡурғашлы майҙанындағы һибелмә алтынға аукцион да бар. Алтын сәсмәһенең  матди һәм морфологик үҙенсәлектәре бында урыны-урыны менән аҙ күләмдә үтә тәрәндә урынлашмаған сағыштырмаса бай ҡатлам булыуын күҙаллай. Башнедра менән Р1 категорияһы буйынса апробацияланған прогноз ресурстары — 96 мең куб метр ҡомға 44,6 килограмм алтын. Еңеүсегә ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары менән файҙаланыуға хоҡуҡ һәм геологик тикшеренеүгә, разведка үткәреүгә һәм 10 йылға ҡом сығарыуға лицензия тапшырыласаҡ.

15 июндә шулай уҡ Суран ятҡылығында  флюорит разведкалауға һәм табыуға аукцион үткәрелә. Белорет районындағы был участканың башланғыс хаҡы 3,1 миллион һум тәшкил итә. Аукцион аҙымы — башланғыс хаҡынан ун процент. Аукционда ҡатнашыуға ғаризалар 14 майға тиклем ҡабул ителә.

Суран ятҡылығында С2 категорияһындағы мәғдән запасы — 2,002 миллион тонна, флюорит —  760 мең тонна, ә файҙалы компонент 37,96 процент тәшкил итеүе күҙаллана.