Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төрөк студенттарына Әхмәтзәки Вәлиди тураһында һөйләнеләр

Сәйәсәт

Төркиәнең Хаджеттепе (Анкара) университетында тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов «Әхмәтзәки Вәлиди Туған һәм уның ғилми мираҫы» доклады менән сығыш яһаны. Был сара Вәлиди йылы сиктәрендә төркиәт институты менән ойошторолған.

Докладсы башҡорт халҡы тарихының төп этаптары, Әхмәтзәки Вәлидиҙең фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, Башҡортостан тарихында һәм башҡорт эмигранттары эшмәкәрлегендә уның роле хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Сығыш күргәҙмә фотоматериалдар менән оҙатылып барҙы. Сара һуңында Әхәт Сәлихов университет китапханаһына Вәлиди хаҡында китап бүләк итте.

Ә май айында Гази университетында юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм студенттары ҡатнашлығында Башҡортостан тураһында ғилми-ғәмәли конференция үткәреү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть