6 декабрь, Шишәмбе

04 май 2010 йыл, 14:20

Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамланды

автор: Юлай Мәғсүмов

Бөгөн Башҡортостан баш ҡалаһы властары 2252-се «2009 — 2010 йылғы йылытыу миҙгеленең тамамланыуы тураһында» ҡарар ҡабул итте. Документта әйтелеүенсә, Өфө буйынса тышта даими ыңғай температура урынлашыу менән йылытыу миҙгеле 2010 йылдың 4 майында тамамланды.

Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт һәм гуманитар сәйәсәт буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, шунда уҡ республика баш ҡалаһының инженер ҡорамалдарын, коммуникацияларын, энергетика, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм социаль өлкә объекттарын 2010-2011 йылғы көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерләү башланды.