6 декабрь, Шишәмбе

04 май 2010 йыл, 14:05

Май байрамдарына өҫтәмә поездар

автор: Любовь Колоколова

Май байрамдары ваҡытында "Федераль пассажир компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ("Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ярҙамсы йәмғиәте) 121 өҫтәмә пассажир поезы тәғәйенләне. Был поездар май байрамдары көндәрендә 243 рейс яһаясаҡ.

"Рәсәй тимер юлдары" йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эске бәйләнештә 205 рейсҡа 96 поезд тәғәйенләнгән, шул иҫәптән Украина менән бәйләнештә — 30 рейсҡа 17 поезд, Белоруссия менән бәйләнештә — 8 рейсҡа 8 поезд.

«Өфө – Мәскәү» маршруты буйынса ике өҫтәмә поезд юлға сығасаҡ. Мәҫәлән, 239/240-сы поезд Өфөнән – 9 майҙа, Мәскәүҙән 10 майҙа сыға.   123/356-сы «Өфө – Ульяновск – Мәскәү» поезы Өфөнән шулай уҡ – 9 майҙа, ә Рәсәй баш ҡалаһынан 11 майҙа сыға.