5 декабрь, Дүшәмбе

04 май 2010 йыл, 12:22

«Урал Лото» компанияһы «Матбуғат балы» еңеүсеһенә 100 мең һумлыҡ суперприз тапшырҙы

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Билдәле журналист, «Вечерняя Уфа» гәзите мөхәррире урынбаҫары Илүзә Капкаева 29 апрелдә «Өфө уттары» күңел асыу комплексында үткәрелгән «Матбуғат балы — 2010» Гран-прийына лайыҡ булды. «Урал Лото» компанияһы был сарала бағыусыларҙың береһе сифатында сығыш яһаны.

Илүзә Капкаева «Урал Лото»нан суперприз – «Ике кешегә 100 000 һумға хыял сәйәхәте» алды. Компанияла, был тап ваҡытының күп өлөшөн эштә үткәргән кеше алырға хыялланған приз. Бындай сәйәхәтте планлаштырып булмай бит, уны отоп алырға йәки бүләккә генә алырға мөмкин.

«Урал Лото» ун номинацияның һәр береһендәге еңеүселәрҙе лә билдәләне, уларға йыллыҡ бушлай ставкалар комплекты бирҙе. Бынан тыш, бушлай билеттар журналистарға ла таратылды, ә улар, ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ике мең кешегә яҡын булды.