Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Еврокомиссия журналистар өсөн Лоренцо Натали исемендәге премияға конкурс тураһында иғлан итә

Йәмғиәт

3 майҙа, Бөтә донъя матбуғат азатлығы көнөндә, Европа Комиссияһы 2010 йылғы Лоренцо Натали исемендәге премияға конкурс башланыуы тураһында рәсми иғлан итте. Был халыҡ-ара премия «Репортёры без границ» ойошмаһы һәм Бөтә донъя газета ассоциацияһы менән партнерлыҡта үҫеш, демократия һәм кеше хоҡуҡтары мәсьәләләрен яҡтыртҡан иң яҡшы журналистарға бирелә.

«Лоренцо Натали исемендәге премия менән бүләкләп, Европа Комиссияһы йәмғиәт, демократия һәм кеше хоҡуҡтарын үҫтереү эшенә өлөш индергән журналистарға хөрмәт күрһәтә. Уларҙың күптәре йыш ҡына ауыр шарттарҙа эшләй, — ти Европа Комиссияһының үҫеш мәсьәләләре өсөн яуап биреүсе ағзаһы Андрис Пиебалгс. — Беҙ уларға фәҡирлеккә ҡаршы көрәш хаҡына мәғлүмәт биреүҙәрен дауам итһендәр өсөн ярҙам итергә теләйбеҙ».

Лоренцо Натали исемендәге премия – 1992 йылда булдырыған халыҡ-ара награда. Конкурста телевидениела, радиола, баҫма һәм онлайн киң мәғлүмәт сараларында эшләгән журналистар ҡатнаша ала. Былтыр был конкурста 130 илдән 1000 журналист ҡатнашты.

Ҡыҙыҡһынған журналистар быйыл 31 авгусҡа тиклем ҡатнашыуға заявка бирә ала (мәғлүмәт http://www.nataliprize2010.eu сайтында бирелгән). Еңеүселәрҙең исемдәре декабрь айында Брюсселдә Андрис Пиебалгс ҡатнашлығында үтәсәк наградлау тантанаһында иғлан ителәсәк.

Дөйөм 60000 евро күләмендә приздар Европанан, Африканан, ғәрәп донъяһынан һәм Яҡын Көнсығыш, Азия, Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны илдәренән 17 журналисҡа биреләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Лоренцо Натали (1922–1990) – Европа Комиссияһы ағзаһы, һуңынан 1976 йылдан 1989 йылға тиклем Комиссияның вице-рәйесе, бер нисә йыл хеҙмәттәшлек һәм үҫеш мәсьәләләре өсөн яуаплы булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть