Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

«НефАЗ» Санкт-Петербург өсөн автобустар оҙатыуға тендерҙа еңеп сыҡты

Иҡтисад

Санкт-Петербургтың транспорт буйынса комитеты аукционында «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төньяҡ баш ҡала өсөн ҡала автобустары оҙатыуға тендерҙа еңеп сыҡты. Уның пассажир маршруттарын йөҙҙән ашыу ошо техника берәмеге хеҙмәтләндерә лә инде.

БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 29 апрелдә Невалағы ҡалаға тәпәш иҙәнле тәүге дүрт «НефАЗ-5299-30-32» моделе автобусы килтерелде. Машиналар Cummins двигателдәре менән йыһазландырылған һәм унда физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус опциялар ҡуйылған.

Ҡала автомобиль паркын «НефАЗ» автобустары менән тулыландырып, Санкт-Петербург хакимиәте күп кеше һыйҙырышлы яңы автотранспорт иҫәбенә пик сәғәттәрендә хәлде яҡшыртыуға иҫәп тота. Һатып алынған машиналарҙың һәр береһе 100-ҙән ашыу пассажир ташый ала бит.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть