10 декабрь, Шәмбе

30 апрель 2010 йыл, 18:00

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

автор: “Башинформ”

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республика халҡын 1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

“Ҡәҙерле ватандаштар!

Һеҙҙе яҡты Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – Беренсе Май менән ихлас ҡотлайым! Беҙҙең өсөн ул Бөйөк Ватан һуғышында еңеү менән дә бәйләнгән, уның 65 йыллығын тиҙҙән беҙ бөтә кешелек менән бергә билдәләйәсәкбеҙ!  

Тап ижади хеҙмәт һәм тәбиғәткә хас яңырыу һуңғы тиҫтә йылда Башҡортостан үҫешенең стратегик курсы нигеҙе булып торҙо, тип ышаныслы рәүештә раҫларға мөмкин. Иҡтисадтағы, социаль һәм мәҙәни-рухи өлкәләрҙәге бөтә пландар һәм ҙур ҡаҙаныштар, халыҡтың йәшәү кимәленең туҡтауһыҙ яҡшыра барыуы республикала йәшәүсе һәр кешенең ныҡышмалы хеҙмәтенә бәйләнгән. Беҙҙең уңыштарыбыҙ төҙөүселәрҙең, игенселәрҙең, малсыларҙың, уҡытыусыларҙың, врачтарҙың, инженерҙарҙың, эшселәрҙең, ижади интеллигенцияның һәм идара итеүселәрҙең, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар коллективтарының көндәлек хеҙмәтенән ғибәрәт. Башҡортостандың күп милләтле халҡының эш һөйөүсәнлеге, таланты һәм энергияһы  социаль прогресс юлынан уның ышаныслы алға барыуын билдәләй.

Республикабыҙ йылы билдәһе аҫтында үткән быйылғы йыл да – иҫкәрмә түгел. Һәр көн ниндәйҙер мөһим яңылыҡ килтерә. Торлаҡ йорттар, мәктәптәр, дауаханалар, шифаханалар, мәҙәниәт һарайҙары, социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары, физик культура һәм спорт объекттары, юлдар һәм күперҙәр, газ селтәрҙәре һәм телекоммуникациялар төҙөлә. Ҡала һәм ауылдарыбыҙ йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрә, бөтә республика көндән-көн матурая. Юҡҡа ғына уны Рәсәй Федерацияһының ынйыһы тип атамайҙар бит! Алдынғы төбәктәрҙең береһе булараҡ, Башҡортостан илдең күп яҡлы үҫешенә, донъяла уның позицияларын нығытыуға тос өлөш индерә.

Беҙҙә күркәм традиция һалынған – хеҙмәт кешеһен, новаторҙарҙы, производство алдынғыларын, эшсән ғаиләләрҙе һәм династияларҙы хөрмәтләү, данлау. Улар киләсәктә лә беҙҙең иғтибарыбыҙ үҙәгендә буласаҡ. Республикала яҡшы социаль партнерлыҡ, дәүләт власы органдарының, профсоюздарҙың һәм эш биреүселәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге ойошторолған. Һөҙөмтәле хеҙмәт эшмәкәрлеге, хеҙмәтсәндәрҙең,  ветерандарҙың һәм инвалидтарҙың, йәштәрҙең законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн шарттар булдырыла.

Иманым камил, республикала йәшәүсе һәр кешенең хеҙмәт тырышлыҡтарын берләштереп, ижади ынтылыш, юғары әүҙемлек һәм яуаплылыҡ күрһәтеп, беҙ артабан да иҡтисадтың инновацион үҫешен һәм конкуренцияға һәләтлелеген, социаль өлкәне нығытыуҙы, кешеләрҙең көнкүрешен яҡшыртыуҙы тәьмин итәсәкбеҙ.

Был яҙғы байрамда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, бөтә изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем! Ғаиләләрегеҙгә именлек һәм бәхет!

Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.