11 декабрь, Йәкшәмбе

30 апрель 2010 йыл, 12:30

Спорт наркоманияны еңергә ярҙам итәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡорт дәүләт медицина университетында Йәштәр фәне көндәре сиктәрендә «Йәштәр араһында наркоманияны иҫкәртеү» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелде.

— Наркомания дәүләт проблемаһы булып тора һәм туранан-тура илебеҙ именлегенә янай, — тип белдерҙе БДМУ-ның тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Владимир Юлдашев, – Ләкин бынан сығыу юлы бар – ул наркотиктарға талапты кәметеү, наркоманияны иҫкәртеү. Әгәр йәштәрҙең спорт менән шөғөлләнеү күнекмәһе барлыҡҡа килһә, улар психотроп матдәләр ҡулланыуға тартылмаясаҡ.

Физик тәрбиә саралары менән комплекслы реабилитациялау системаһы проекттары тураһында Урал дәүләт физик культура университетының Башҡортостан институты уҡыу идаралығы начальнигы Оскар Латипов һөйләне.

– Сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында өҙлөкһөҙ һөйләшеүҙәр фонында физик культура әхлаҡһыҙлыҡ, ватансылыҡтың юҡҡа сығыуы һәм үҙ һаулығыңа етерлек иғтибар бирмәү күренештәренең бөтә эҙемтәләрен үҙендә тоя, — тип билдәләне ул. – Бөтә йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек алып барыу кәрәк.

РФ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы вәкиле Эдуард Рәхмәтуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы 10 йылда төбәктә 90-сы йылдар менән сағыштырғанда наркохәлде тотороҡландырыуға өлгәшелгән. Быға хоҡуҡ һаҡлау органдарының ойошҡан эше, наркотиктарҙың легаль әйләнешенә контроллек итеү, профилактик эш алып барыу һөҙөмтәһендә ирешелде. Республиканың бөтә райондарында профилактик программалар, скрининг-тестар ҡулланыла, наркотиктарға ҡаршы муниципаль комиссиялар ҙур эш үткәрә.