Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала туризм индустрияһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға “Башҡортостанды артабан модернизациялау: ХХI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға илтеүсе юл” (Республикалағы хәл һәм 2010 йылда уны үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тураһында) Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостан Республикаһында туризм индустрияһын артабан үҫтереү буйынса бурыстар ҡуйылған. Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тарафынан ойошторолған “түңәрәк өҫтәл” ошо мәсьәләгә арналды.

БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда үткәрелгән «түңәрәк өҫтәл» эшендә республика парламенты һәм министрлыҡ, йәштәр палатаһы, юғары уҡыу йорттары һәм туристик фирмалар вәкилдәре ҡатнашты.

Улар, бөгөн был өлкәлә туризм индустрияһы предприятиеларының Башҡортостан туристик продуктын ойоштороу һәм уны баҙарға сығарыу буйынса тырышлыҡтарын туплау етерлек кимәлдә түгел, тигән һығымтаға килде. Булған проблемаларҙы хәл итеү өсөн республикалағы туризм тармағының бөгөнгө хәленә һәм норматив-хоҡуҡи базаһына комплекслы анализ үткәрергә, туроператорҙар, турагентлыҡтар, әүҙем һәм экстремаль ял федерациялары, хеҙмәтләндереү өлкәһе предприятиелары һәм башҡа бизнес–структураларҙың үҙ-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек майҙанын булдырырға кәрәк.

«Түңәрәк өҫтәл» һөҙөмтәләре буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть