11 декабрь, Йәкшәмбе

30 апрель 2010 йыл, 11:09

Бөгөн Мортаза Рәхимов Президент Советы ултырышын үткәрә

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһы Президент Советы ултырышын үткәрә.

Ултырышта ҡатнашыусылар Башкортостан Республикаһының инновацион үҫеш факторы булараҡ профессиональ белем биреүҙе модернизациялау менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Президент Советының ярашлы ҡарары ҡабул ителәсәк.

Белешмә өсөн. Башҡортостан Республикаһы Президент Советы 1994 йылда ойошторола һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы даими эшләүсе консультатив орган булып тора. Совет Рәйесе – Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов. Совет ултырыштарында республиканың мөһим ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни-рухи үҫеш мәсьәләләре тикшерелә. Совет составында – республиканың билдәле дәүләт һәм ҡануниәт власы органдары, иҡтисад, агросәнәғәт комплексы, йәмәғәтселек, мәҙәниәт, мәғариф, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре.