7 декабрь, Шаршамбы

30 апрель 2010 йыл, 10:30

Рәсәй янғын һағы көнө менән!

автор: "Башинформ"

30 апрелдә илдә Янғын һағы көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ҡотланы.

«Янғын һүндереүсе һөнәре хаҡлы рәүештә яҡшы белем һәм тәжрибә, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ талап иткән донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе тип иҫәпләнә. Һәр осорҙа кешеләр утҡа ҡаршы көрәшеүселәрҙең фиҙакәр хеҙмәтен юғары баһаланы һәм ихтирам итте. Беҙҙең көндәрҙә лә ут афәте бик йыш осраусы һәм эҙемтәләре буйынса иң хәүефле фажиғәләрҙең береһе булып ҡала.

Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте подразделениеларына янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, кешеләрҙең ғүмерен, милкен һаҡлап ҡалыу буйынса яуаплы бурыстар йөкмәтелә. Республика янғын һүндереүселәре даими хәрби әҙерлектә тора, үҙҙәренең хеҙмәт бурысын намыҫлы үтәй һәм эштәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Подразделениеларҙың ҡыйыу эш итеүе һөҙөмтәһендә былтыр ғына янғындарҙа 3656 кеше, 1,8 миллиард һумдан ашыулыҡ матди байлыҡ ҡотҡарылған.

Утҡа ҡаршы көрәштә кешеләрҙе ҡотҡарыу хаҡына үҙҙәренең ғүмерен ҡорбан итеүселәрҙең исемдәре хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

Хеҙмәтегеҙ артабан да янғындарҙан ышаныслы һаҡлар, Башҡортостан халҡы тотороҡлолоғо, тыныслығы гаранттарының береһе булыр, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Ватаныбыҙ хаҡына хәүефле һәм изге хеҙмәтегеҙҙә артабан да уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».