7 декабрь, Шаршамбы

30 апрель 2010 йыл, 9:40

Ветерандар ойошмаһы Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт белдерә

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Бөтә Рәсәй һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ойошмаһы советы рәйесе Дмитрий Карабановтан хат килде. Хатында ул республика Президентына Башҡортостанда йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерә.

Дмитрий Карабанов, Совет президиумы ултырышында Башҡортостан ветерандар ойошмаһы советы рәйесе Марат Муллағәләмовтың докладында Башҡортостан етәкселеге тарафынан күрелгән оло йәштәге кешеләрҙе социаль яҡлауға йүнәлтелгән саралар билдәләнде, ти.

“Ойошмабыҙ Советы президиумы Башҡортостандағы ветерандарҙың ҡаҙаныштарына, проблемаларына һәм мәшәҡәттәренә иғтибар, Башҡортостан ветерандар ойошмаһы Советына һәм уның рәйесе М.С. Муллағәләмовҡа, Ватаныбыҙ, Рәсәй Федерацияһының мөһим таянысы һәм уны аяҡҡа баҫтырыу базаһы булған Башҡортостан Республикаһының иҡтисади, рухи үҫеше һәм тормоштоң бөтә яҡтарын модернизациялау мәнфәғәтендәге уларҙың уңышлы эшмәкәрлегенә күрһәткән ышаныс өсөн Һеҙгә ихлас рәхмәт белдерә.

Ысын күңелдән Һеҙгә Тыуған илебеҙ хаҡына яңы уңыштар теләйбеҙ”, — тиелә Бөтә Рәсәй һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ойошмаһы советы рәйесе Д.И. Карабановтың хатында.