11 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2010 йыл, 17:45

Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы кадрҙар резервын ойоштора

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында кадрҙар резервын булдырыуға конкурс үтте. «Граждан хеҙмәтенең асыҡлығын, граждандарҙың дәүләт хеҙмәткәрҙәренә ышанысын арттырыу» пилот йүнәлеше сиктәрендә был сара дүртенсе тапҡырына үткәрелә. Дөйөм алғанда, конкурста ҡатнашыуға 70 йәш кеше ғариза биргән, ләкин бөтә кандидатураларҙы ла бер көндә ҡарап бөтөп булмай, шуға күрә комиссия ағзалары әңгәмәләшеүгә һәр юлы 15 – 20 кешене саҡыра.

Был юлы әңгәмәләшеүгә 20 кандидат килде. Уларҙың күптәренең дәүләт граждан хеҙмәтендә эшләү тәжрибәһе бар, йәмәғәт һәм педагогик эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә. БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин етәкселегендәге комиссия ағзалары кандидаттарҙың ведомствола эшләүгә әҙерлек кимәлен, уларҙың «Дәүләт граждан хеҙмәте тураһында» Федераль законды белеүен, теге йәки был өлкәләге компетентлығын баһаланы.

Министрлыҡ етәкселеге бер юлы өс йүнәлеш – йәштәр менән эшләү, спортты һәм туризмды үҫтереү – буйынса кадрҙар резервын ойоштора. Бында кадрҙар резервы кесе белгестәрҙән башлап етәксе вазифаларға тиклем бөтә звенолар өсөн ойошторола.

Бөгөн әңгәмәләшеүгә килгән кандидаттарҙың юғары кимәлен иҫәпкә алып, комиссия, ҡағиҙә булараҡ, кадрҙар резервына индереү тураһында ыңғай ҡарар ҡабул итте. Шуға ҡарамаҫтан, кандидаттарҙың береһе лә әлегә үҙен яңы эшкә ҡабул иттеләр тип әйтә алмай. Резерв ул киләсәккә – вазифалар бушау йәки өҫтәмә штат берәмектәре булдырыу осрағына ойошторола. Министрлыҡтың вакантлы урындары килеп сыҡһа, уларға кандидатуралар бөгөн конкурс һайлап алыуын уңышлы үтеүселәр араһынан һайлап алынасаҡ.