4 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2010 йыл, 15:30

Башҡортостандың өс вузы – Бөтә Рәсәй конкурсы призерҙары иҫәбендә

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт нефть техник университеты, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты –«Сәләмәт йәшәү рәүеше вузы» Бөтә Рәсәй конкурсы призерҙары.

Ярышҡа йомғаҡ Иваново ҡалаһында үткән “Беҙ – сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн!” беренсе Бөтә Рәсәй форумында яһалды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс былтыр йыл аҙағында башланды. Унда республика вуздары әүҙем ҡатнашты. Жюри ағзалары хөкөмөнә улар сығарған проекттар башта финалға һайлап алынды, һуңынан Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Илдең бөтәһе 300-ҙән ашыу юғары уҡыу йорто заявка биргәйне.

Башҡортостан юғары мәктәбенең уңышы һиҙелмәйенсә ҡалманы. Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә РФ Дәүләт Думаһындағы “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы етәксеһе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Юғары советы бюроһы ағзаһы Татьяна Яковлеванан хат килде.

Республика башлығына Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Рәсәй: беҙ оҙаҡ йәшәргә тейешбеҙ” проекты сиктәрендә бойомға ашырылған “Сәләмәт йәшәү рәүеше вузы” исеме өсөн Бөтә Рәсәй юғары профессиональ белем учреждениелары конкурсы сараларын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерелгән.

Атап әйткәндә, хатта шулай тиелә: «Конкурс Рәсәйҙең ижтимағи тормошонда киң һәм мөһим күренеш булды, сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн хәрәкәтте үҫтереү менән әүҙем ҡыҙыҡһыныуҙарын, йәштәрҙең тормош йүнәлештәрендә өҫтөнлөктәрҙе үҙгәртеүгә маҡсат тотоуҙарын күрһәтте.

Ул сәләмәт йәшәү рәүеше ҡиммәттәрен алға һөрөү, һаулыҡ һаҡлау буйынса инновацион  проекттар эшкәртеү һәм тормошҡа ашырыу мәсьәләләрендә Рәсәй вуздарының әүҙем позицияһын күрһәтте».

темалар: конкурстар