8 декабрь, Кесе йома

29 апрель 2010 йыл, 14:07

Башҡортостан архитекторҙар союзында Еңеү Көнөнә ҡарата күргәҙмә үтә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы Архитекторҙар союзында балалар ижады күргәҙмәһе асылды. Бындай сара йыл һайын үткәрелеп килә, һәм быйылғыһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған. Күргәҙмәлә архитекторҙар һәм республиканың проект институттары хеҙмәткәрҙәренең балаларының эштәре урынлаштырылған.

— Бөтәһе 34 кеше ҡатнаша, улар 120 авторлыҡ эшен тәҡдим итте, — ти БР Архитекторҙар союзы етәксеһе Зәбир Ахунов. – Беҙ балаларҙы һуғыш тематикаһы менән генә сикләмәйбеҙ. Һәр төрлө жанрҙағы эштәр бар. Һынлы сәнғәттән тыш, балалар гипстан изделиелар, ҡул эштәре әҙерләгән. Иң йәш рәссамға өс йәш. Ҡатнашҡаны өсөн һәр балаға грамота тапшырыласаҡ. Шулай уҡ иң ҡыҙыҡлы эштәрҙе билдәләйәсәкбеҙ һәм авторҙарға символик бүләктәр бирәсәкбеҙ.

Иҫтәлекле дата  – 9 майға БР Архитекторҙар союзында күргәҙмә сиктәрендә бер нисә сара үткәреү планлаштырыла. Проектта ҡатнашыусылар менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының осрашыуы һәм сәй эсеү ҙә шулар иҫәбендә.  

Күргәҙмә Өфө ҡалаһы, Пархоменко урамы, 101/1 адресы буйынса 26 майға тиклем эшләй. Теләге булғандарҙың барыһы ла килә ала.