Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә һөнәрендә иң яҡшыларҙы наградлау тантанаһы үтте

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов производство алдынғыларына, ижади интеллигенция һәм төбәк йәмәғәтселеге вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантана Республика Йортонда үтте.

Орден, миҙал, маҡтау грамоталары һәм исемдәргә 50-нән ашыу кеше лайыҡ булды. Улар араһында – төҙөүселәр, нефтселәр, ауыл эшсәндәре, табиптар, уҡытыусылар, фән һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәтләндереү өлкәһе вәкилдәре.

«Бөгөн беҙ үҙенең хеҙмәте һәм таланты менән республиканың социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индергәндәрҙе тәбрикләйбеҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Президенты, бүләкләү тантанаһын асып.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть