Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың студент отрядтары 2010 йылғы хеҙмәт миҙгелен асыуға әҙерләнә

Йәмғиәт

Башҡортостандың студент хеҙмәт отрядтары “миҙгел асыуға” әҙерләнә. Юғары уҡыу йорттары студенттары үткән йылдар традицияһын быйыл да дауам итәсәк – йәйге осорҙа улар йәш белгестәрҙең квалификациялы ярҙамы талап ителгән ергә юлланасаҡ.  

Яңы хеҙмәт миҙгеле алдынан БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында республика студент хеҙмәт отрядтары кураторҙары һәм командирҙары өсөн белем биреү семинарҙары үтә.  

Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, ике көнлөк семинарҙың программаһы бай эстәлекле. Беренсе көн башҡарма һәм закондар сығарыу власы менән хеҙмәттәшлек итеү, объекттар һайлау, ойоштороу системаһы мәсьәләләренә арнала.  Шулай уҡ уҡыу йорттары базаһында студент отрядтары штабын ойоштороу варианттары һәм уларҙың эш менән тәьмин итеү үҙәктәре менән хеҙмәттәшлеге лә тикшереләсәк. Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт университетының Сибайҙағы филиалы, шулай уҡ «Перспектива» республика вожатыйҙар әҙерләү үҙәге вәкилдәре коллективты берләштереү, студент отрядтарының хеҙмәтен һәм ялын ойоштороу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

Икенсе көн программаһында команда төҙөү, лидерлыҡ һәләттәрен үҫтереү һәм коллективта конфликттарҙы хәл итеү алымдары буйынса психологик тренингылар  үткәреү ҡаралған.

Теги: йәштәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть