Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Еңеү Көнө алдынан Өфөлә йәштәр байрамы үткәрелә

Сәйәсәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған йәштәр байрамы Өфөлә 4 майҙа “Карауанһарай” сауҙа-эш комплексы территорияһында үтәсәк.

«Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, хәрби-патриотик хәрәкәтте популярлаштырыу, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау һәм, әлбиттә, һуғыш ветерандарын, тыл хеҙмәтсәндәрен һәм республиканың баш ҡалаһы халҡын байрам менән ҡотлау – байрамдың төп маҡсаты.

Программала йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар ҡаралған. Кадет корпусы, «Витязь-Юниор», «Һуҡмаҡ», «Александр Невский» хәрби-патриотик клубтары курсанттары тамашасыларға ҡул көрәше алымдарын һәм ҡорал менән ҡулланыу оҫталығын күрһәтәсәк.  

Байрам «День Победы» йырын күмәкләп башҡарыу менән тамамланасаҡ. Концерттан һуң ветерандар өсөн тантаналы ҡабул итеү ойошторола.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть