9 декабрь, Йома

29 апрель 2010 йыл, 12:26

Өфө депутаттары ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеш программаһын ҡайтанан ҡараны

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң 2010 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш программаһы Өфө ҡала Советы депутаттары ҡабул иткән ҡарар буйынса үҙгәртелде.  

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфирә Баҡыева хәбәр итеүенсә, үҙгәртеү беренсе сиратта иҡтисади көрсөк эҙемтәләре һөҙөмтәһендә талап ителде.

— Был программа 2005 йылда әҙерләнгәйне, ул саҡта ҡалабыҙҙа һәм бөтә илебеҙҙә иҡтисади күтәрелеш осоро ине, — тине ул. – Әммә көрсөк иҡтисадтың күп тармаҡтарында етештереүҙең кәмеүенә килтерҙе. Былтыр июлдә республика көрсөккә ҡаршы программаһы ҡабул ителде, ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеш программаһы тап шуны иҫәпкә алып ҡайтанан ҡаралды ла инде.

Беренсе сиратта, Өфө үҫешенең күҙаллау күрһәткестәре үҙгәртелде. Мәҫәлән, әгәр программаның тәүге вариантында Өфө предприятиелары тейәп оҙатасаҡ продукция күләмен 245 миллиард һумға тиклем арттырыу күҙалланһа, хәҙер был планка 242 миллиардҡа тиклем кәметелде. Йәмәғәт туҡланыуы күләмен 12 миллиард һумға тиклем арттырыу ҡаралһа, ул 11,4 миллиард һумға тиклем кәметелде. Ҡалала башта эшһеҙлек кимәле 1,3 процент буласаҡ тип күҙалланһа, ул киреһенсә 2,16 процентҡа тиклем артты.

Бынан тыш, программанан «Ҡунаҡханалар һәм ресторандар» кеүек бүлектәр алып ташланды, сөнки көрсөк шарттарында бындай объекттар төҙөүҙә ҡатмарлылыҡтар килеп тыуҙы.