9 декабрь, Йома

29 апрель 2010 йыл, 12:22

Шишмә эшсәндәре сәсеүҙе шәкәр сөгөлдөрөнән башланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

2010 йыл сәсеүен Шишмә районы шәкәр сөгөлдөрөнән башланы. Көндәр һыуытҡансы «БашкирАгроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 350 гектар ерҙә был техник культураны сәсеп өлгөрҙө. Районда шәкәр сөгөлдөрөнә бөтәһе 6300 гектар бүленгән.

— Бөгөнгө көндә районда орлоҡто ағыу менән эшкәртеү тулыһынса тамамланған, — ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Миңлевәли Мусин. —Техника әҙер, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алдыҡ, ашламалар – сәсеү үткәреү өсөн бөтәһе лә бар. Ер бер аҙ кипкәс, сәсеү агрегаттары баҫыуға сығасаҡ. Яҙғы һабан ашлығын сәсеүҙе 27 мең гектарҙа үткәреү планлаштырыла.

Бөгөнгө көндә райондың ауыл хужалығы предприятиелары менән 7 мең гектарҙа дым ҡапланған. Планға ҡарата был 27 процент. Минераль ашламалар менән 3500 гектар майҙанда ужым сәсеүлектәре туҡландырылған, күп йыллыҡ үләндәр сәселгән 500 гектарға ашлама индерелгән.