8 декабрь, Кесе йома

29 апрель 2010 йыл, 11:55

Һалым хеҙмәткәрҙәре эшенә интернет аша ялыу бирергә мөмкин

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының рәсми сайтында ялыуҙар өсөн форум барлыҡҡа килде. Бында һалым хеҙмәткәрҙәре эше менә риза булмаған һалым түләүселәр иҫкәрмәләрен ҡалдыра ала. «Башинформ» агентлығына Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, клиенттарҙың электрон «ялыуҙар кенәгәһенә» килгән бар кәңәш һәм тәҡдимдәре лә иҫәпкә алынасаҡ.  

— Былтыр беҙ һалымсылар һәм граждандар хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса һорау алыу үткәргәйнек, — ти Идаралыҡ вәкиле Гүзәл Ғәләүетдинова. – Бында республиканың 156 кешеһе ҡатнашты. Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 60 проценты һалым хеҙмәте эшмәкәрлеген яҡшыртыу кәрәклеген белдерҙе. Улар сайтта күберәк мәғлүмәт урынлаштырыу кәрәклеген, аңлатыу эштәре алып барыуҙы һәм башҡаларҙы тәҡдим итте. Шул уҡ мәлдә һорауға яуап биреүселәрҙең 40 проценты Башҡортостан һалымсыларының хеҙмәт күрһәтеү кимәле юғары булыуын билдәләне.  

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы шулай уҡ сайтҡа инеүселәргә лә анкета һорауҙарына яуап бирергә тәҡдим итә, республика һалым хеҙмәте менән граждандарҙың хеҙмәттәшлеген баһалауҙы, эште яҡшыртыу өсөн тәҡдимдәр индереүҙе йәки һалым инспекцияһы эшендә оҡшаған нәмә тураһында яҙыуығыҙҙы һорай.  

Форум һәм электрон һорау алыу беренсе көндәрҙән үк юридик һәм физик шәхестәрҙә ҙур һорау менән файҙалана.

темалар: һалым