Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө властары профсоюздар менән берлектәге эш перспективаларын тикшерҙе

Сәйәсәт

БР Профсоюздар федерацияһы етәкселегенең Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев менән осрашыуы ваҡытында социаль партнерлыҡ һәм алдағы Беренсе Май байрамдарына әҙерлек өлкәһендә берлектәге эш тикшерелде.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Павел Качкаев йыйылыусыларға ҡаланың 2009 йылдағы һәм 2010 йыл башындағы иҡтисади ҡаҙаныштары, шулай уҡ Өфөлә социаль партнерлыҡты тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, бөгөн ҡала предприятиеларында 1270 коллектив  договор ғәмәлдә. БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссияларҙың эш йомғаҡтарын уҡып ишеттерҙе.

Осрашыу барышында Беренсе Май байрамдарына әҙерлек һәм территориаль өс яҡлы комиссияларҙың эше тикшерелде. Өфө райондарында комиссияларҙың ҡала комиссияһына ҡарағанда эште һүлпәнерәк алып барыуы билдәләнде. Район комиссиялары профсоюз яғы менән консультациялар тураһында хакимиәт йөкләмәләрен күп ваҡыт үтәмәй, район башлыҡтары Өфө предприятиеларының профсоюз конференцияларында һирәк ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть