Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин Тажикстанға барып ҡайтты

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин Тажикстанға рәсми сәфәр менән барып ҡайтты, унда Дүшәнбе, Нурек һәм Ҡурған-Түбә ҡалаларында булды. Был сәфәр III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә үтте.

Тажикстанда Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин был республика мөфтөйө Амонулла Нематзаде, Тажикстандың Халыҡ-демократик партияһы рәйесе урынбаҫары Сәфәр Сәфәров, Тажикстан Ҡоролтайы Пайванд һәм Тажикстандағы Башҡорттар ҡоролтайының тәүге ойошмалары вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙе. Нурмөхәмәт Ниғмәтуллиндың Амонулла Нематзаде менән осрашыуы ваҡытында мөфтөйҙәр күптән түгел Дүшәнбелә имам Әбү Хәнифә эшмәкәрлегенә арнап үткәрелгән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияны тикшерҙе.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть