Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Салауат йыйыны батыры» һәм «Сая ҡыҙҙар» конкурсына һайлап алыу туры үтә

Йәмғиәт

«Салауат йыйыны батыры» һәм «Сая ҡыҙҙар» конкурсына һайлап алыу туры Өфөлә 29-30 апрелдә үтәсәк. Уны Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре ойоштора.  

«Башинформ» агентлығына халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, һайлап алыу турынан үткән конкурсанттар «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамына, республика батыры һәм иң сая ҡыҙы исеменә ярышҡа саҡырыу аласаҡ.

Бының өсөн уларға ижади һәм спорт ярыштарын – бейеү, йыр, сәсәнлек, музыкаль инструменттарҙа уйнай оҫталығы, уҡ атыу, һөңгө ырғытыу кеүек бәйгеләрҙән үтергә тура киләсәк.  Бынан тыш, ҡатнашыусыларға үҙҙәре әҙерләгән ҡул эштәрен дә күрһәтеү мотлаҡ.

«Салауат йыйыны» байрамы быйыл 12 июндә Ишембай районында урынлашҡан Торатау итәгендә үтәсәк. Йыйында Рәсәй төбәктәре вәкилдәренең, сит ил ҡунаҡтарының,  III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарының ҡатнашыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть