4 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2010 йыл, 10:50

Өфөлә I Ҡала балалар ҡоролтайы үтте

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков

«Киләсәк беҙҙән башлана!» — ошондай девиз аҫтында Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында 28 апрелдә I Ҡала балалар ҡоролтайы үтте. Ул быйыл йәй Өфөлә үтәсәк III Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайына арналды.

Балалар ҡоролтайы башҡорт телендә пленар ултырыш формаһында ойошторолдо. Унда һайлап алынған делегаттар – бөтәһе 156 кеше ҡатнашты. Улар араһынан 134 кеше – ҡала мәктәптәре, гимназия һәм лицейҙар вәкилдәре, 22 уҡыусы – республика дөйөм белем биреү учреждениеларынан ине. Ҡоролтайҙы балалар–президиум ағзалары Фатима Янбаева, Йәмил Намаҙбаев, Ләйсән Ғәсимова, Ғәзинур Шаһиғәлин, Гүзәл Хаҡова алып барҙы.

Абруйлы ҡунаҡтар сифатында Балалар ҡоролтайына Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Эльвира Юнысова, шулай уҡ БР Мәғариф министрлығы, йәштәр ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм уҡытыусылар саҡырылды.  

I Ҡала балалар ҡоролтайы ҡунаҡтарын һәм делегаттарын тәбрикләп, Сынтимер Баязитов бөгөн мөһим тарихи ваҡиға үткәрелеүен билдәләне:

— Балаларыбыҙ беҙҙең менән бергә республика алдында торған көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы тикшерә, уны хәл итеү юлдарын тәҡдим итә. Был Башҡортостан үҫешенең сифат буйынса яңы кимәлгә сығыуын дәлилләй. Бының Республика Йылы, Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы Йылы, Еңеүҙең 65 йыллығы,  III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы кеүек саралар менән бер рәттә үткәрелеүе ҡыуаныслы.

Үҙ сиратында Эльвира Юнысова Балалар ҡоролтайында ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эшләүҙәрен теләне.

— Һәр берегеҙҙҙең лайыҡлы граждан булып үҫеүенә, һәм республиканың сәскә атыуына ҡулдан килгәнсә өлөш индереүегеҙгә ихлас ышанам, — тине ул.

Әйтергә кәрәк, уҡыусылар үҙҙәре лә Ҡоролтайҙы үткәреүгә етди ҡараған. Күптәре яңы идеялары һәм тәҡдимдәре менән килгән. Докладтар менән генә 12 кеше сығыш яһаны. Һәр докладсы «Ҡоролтайға мөрәжәғәт» авторлыҡ программаһын әҙерләгән, унда, балалар фекеренсә, тәү сиратта хәл итергә тейешле мәсьәләләр һәм проблемалар күтәрелгән. Сығыш яһаусылар уларҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һалыуҙарына ихлас ышана. «Бер олоно, бер кесене тыңла» тигән башҡорт халыҡ әйтеме юҡҡа әйтелмәгән бит.

Мәҫәлән, Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатының 11 класс уҡыусыһы Фаягөл Юнысова республикала ауыл балалары үҫешен күҙаллаусы махсус программа булдырыу кәрәклеген билдәләй. Уның әйтеүенсә, төпкөл ауылдарҙағы балалар ҡалаға килергә мөмкинлеге булмағанлыҡтан мөһим һәм ҡыҙыҡлы сараларҙан ситтә ҡала.

— Ауылда бик күп һәләтле һәм аҡыллы балалар уҡый, ләкин, үкенескә күрә, уларҙың мөмкинлеге сикле. Улар өсөн яңы мөмкинлектәр асыу, артабан белем алыуҙарына ярҙам итеү – беҙҙең өсөн дә кәрәк.  

Уның тиҫтере, 20-се мәктәптән 11 класс уҡыусыһы Тимур Вәхитов үҙенең докладында балаларҙың ғаиләлә тәрбиәләнеүенә баҫым яһай.  

— Һәр кеше, иң элек, ғаиләлә тәрбиә ала, — тип иҫәпләй  Тимур. – Шуға ла мин докладымда балалар тәрбиәләүҙә ҡулланылырға тейешле мотлаҡ тип иҫәпләгән 15 пунктты тәҡдим иттем. Тәү сиратта был, әлбиттә, тел. Һәр бала туған телендә һөйләшә белергә тейеш. Балаларҙың физик тәрбиәһе, һәр төрлө һәләттәрен үҫтереү ҙә бик мөһим.

Шулай уҡ Тимур әйтеүенсә, һәр кеше үҙенең шәжәрәһен белергә тейеш. Уның фекеренсә, нәҫелеңде, тарихыңды белеү кешелә туғандарыңа һәм яҡындарыңа ҡарата һөйөү хисе, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләй.  

Башҡа докладсылар шулай уҡ белем биреүгә, хәрби хеҙмәткә, интернет, йәштәргә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр күтәрҙе. Шуның менән бергә улар проблемаларҙы хәл итеүҙең үҙенсәлекле юлдарын да тәҡдим итте.  

Сығыштар һәм уларҙы тикшереү һөҙөмтәһендә делегаттар I Ҡала балалар ҡоролтайының резолюцияһын ҡабул итте. Ойоштороу комитеты уны “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге башҡарма комитеты адресына ебәрәсәк.