6 декабрь, Шишәмбе

29 апрель 2010 йыл, 8:59

Нефтекама автозаводы беренсе кварталда зыянһыҙ эшләне

автор: Любовь Колоколова

Быйыл беренсе кварталда «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте зыянһыҙ эшләне. Сығарылған тауарлыҡлы продукция һәм предприятие күрһәткән хеҙмәтләндереүҙәр күләме бер миллиард 21 миллион һумға етте, был былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 119,2 процент тәшкил итә.

«НефАЗ» йәмғиәте тейәп оҙатҡан һәм күрһәткән хеҙмәтләндереүҙәр күләме 972 миллион 320 мең һумлыҡ тәшкил итте. Уҙған кварталда бизнес-пландың үтәлеш кимәле –117,6 процент.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй етештереүселәре араһында транспорт-тағылма техниканы тейәп оҙатыу өлөшө – 19,4 процент, һыйым-ҡойоу техникаһы – 47, ҙур класлы пассажир автобустары 32,1 процент тәшкил итте. Бынан тыш, НефАЗ-дың тауарлыҡлы продукция күләмендә яңы техника өлөшө ғинуар-мартта 14,1 процент тәшкил итте. Күрһәтелгән осорҙа завод инвестициялары – 44 миллион 453 мең һум. Саф килем – 43 мең һум.

Ватан автосәнәғәте өсөн үтә ҡатмарлы булған уҙған йыл менән сағыштырғанда «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең быйылғы хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре ҡыуандыра.