11 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2010 йыл, 8:30

Халыҡ иҫәбе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында

автор: Ғәлиә Нәбиева

2010 йылдың 1 ғинуарында республикала даими йәшәүсе халыҡ иҫәбе 4066 мең кеше тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй Федерацияһында етенсе урын биләй.

Башҡортостанстат мәғлүмәте буйынса, 2010 йылдың тәүге ике айында тыуым һәм үлемдең кәмеүе күҙәтелгән. Статистиктар тәбиғи кәмеүҙе һәм миграция арҡаһында халыҡтың артыуын билдәләй.  

Ҡыштың ике айында Башҡортостанда 8,4 мең бала тыуған — уҙған йыл менән сағыштырғанда был  3,5 процентҡа кәмерәк. Халыҡ үлеме 8,5 мең кеше менән билдәләнә,  4,7 процентҡа кәмерәк. Халыҡтың тәбиғи кәмеүе 135 кеше тәшкил иткән.  

Миграция иҫәбенә артыу был арала 166 кеше тәшкил иткән. Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе һәм Балтия илдәре менән миграция сальдоһы ыңғай булып ҡала (499 кеше), халыҡтың Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ағылыуы күҙәтелә (-338 кеше). Миграцион хәрәкәт 2009 йыл менән сағыштырғанда республика буйынса дөйөм алғанда 2,2 процентҡа кәмегән.