10 декабрь, Шәмбе

28 апрель 2010 йыл, 15:59

Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһында уңышлы сығыш яһай

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандан балалар уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Быйыл ул 20 предмет буйынса үткәрелә: астрономия, инглиз, француз, немец телдәре, физика, әҙәбиәт, география, математика, йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре, рус теле, информатика, биология, йәмғиәтте өйрәнеү, тарих, экология, хоҡуҡ, иҡтисад, технология, химия, физик культура. 2010 йылда интеллектуаль марафондың йомғаҡлау этабында 19 предмет буйынса олимпиадаларҙа Башҡортостандан 85 өлкән синыф уҡыусыһы ҡатнашты. Уларҙың 22-һе еңеүсе һәм призер булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мартта башланған һәм Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында үткән олимпиада 30 апрелдә тамамлана. Олимпиаданың йомғаҡлау этабында еңеүселәр һәм призерҙар илдең һәр юғары һәм урта профессиональ уҡыу йортона имтиханһыҙ ҡабул ителә. Бөтә Рәсәй олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса уҡыусыларҙың халыҡ-ара олимпиадаһында ҡатнашыуға әҙерләү өсөн команда составы билдәләнәсәк.

Әйтергә кәрәк, былтыр Башҡортостан уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса илдең егерме иң яҡшы төбәге иҫәбенә инде. Ул саҡта 29 призер һәм еңеүсе Рәсәй Федерацияһы төбәктәре рейтингында 11-се урын яулау мөмкинлеге бирҙе.

темалар: мәғариф