3 декабрь, Шәмбе

28 апрель 2010 йыл, 14:36

Республика студенттары шашка буйынса иң яҡшыларҙы билдәләне

автор: Дмитрий Слезин

Өфөлә юғары уҡыу йорттары студенттары араһында шашка буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Ярыштарҙа һигеҙ юғары уҡыу йорто вәкилдәре ҡатнашты.  

Ир-егеттәр араһында Стәрлетамаҡ физкультура институтынан спорт мастеры Максим Мильшин һәм Сергей Федин, һәм спорт мастерлығына кандидат Тигран Алексанян (Башҡорт дәүләт медицина университеты) призер булды.

Ҡатын-ҡыҙҙар турнирында халыҡ-ара гроссмейстер, Стәрлетамаҡ физкультура институты студенты Елена Мильшина еңде, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Башҡорт физик тәрбиә биреү институты студенттары, спорт мастерҙары Юлиә Вәлиева һәм Олеся Абдуллина яуланы.

Команда иҫәбе буйынса: Стәрлетамаҡ физкультура институтында – беренсе урын, икенсе — М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы — өсөнсө баҫҡыста.