9 декабрь, Йома

28 апрель 2010 йыл, 14:14

«Торос» «Югра»нан еңелде

автор: Дмитрий Слезин

Рәсәй хоккейы юғары лигаһы плей-офф уйындарының өс еңеүгә тиклем финал серияһы дүртенсе матчында Нефтекаманың «Торос» командаһы Ханты-Мансийскиҙа урындағы «Югра»нан 1:2 иҫәбенә еңелде. Осорҙарҙың һәр береһендә ярышташтар берәр шайба ташланы, нефтекамалар үҙҙәренең берҙән-бер голын өсөнсө осорҙа индерҙе.

Шулай итеп, серияла иҫәп «Югра» файҙаһына 3:1 булды һәм ул – юғары лига чемпионы. Башҡортостан клубына «көмөш» миҙал ҡалды.