10 декабрь, Шәмбе

28 апрель 2010 йыл, 13:54

Һуғыш ветерандарына ҡарата мутлыҡта ғәйепләнеүселәр тотолдо

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылдың 27 апрелендә Әбйәлил районында ЮХХДИ һәм Әбйәлил районы буйынса Эске эштәр бүлегенең енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡарата мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе тотто.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 26 апрелдә Әбйәлил районы буйынса Эске эштәр бүлегенә Сиҙәм ҡасабаһынан 85 йәшлек бер ҡарттан, “БР ветерандар советы рәйесе урынбаҫары” тип танытып, билдәһеҙ бер кеше уның 13 мең һум аҡсаһын урлауы хаҡында ғариза килтерелә. 27 апрелдә Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлегенә Билал ауылынан 86 йәшлек һәм 89 йәшлек пенсионерҙарҙан ошондай уҡ ике ғариза килә, уларҙың да шундай уҡ юл менән 7 һәм 14 мең һум аҡсаһын урлағандар.

Аферист үҙ ҡорбандарын, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға Еңеү көнөнә – автомобиль бүләк итәсәктәр, бының өсөн бер аҙ ғына аҡса индерергә кәрәк, тип алдай.

Һүрәтләүҙәр буйынса енәйәтсене һәм уның иптәшен 27 апрелдә Әбйәлил районында ЮХХДИ һәм енәйәтте эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре тота. Магнитогорскиҙа йәшәүсе 48 йәшлек рәсми эшһеҙ һәм элек РФ Енәйәт кодексының 160-сы статьяһы буйынса хөкөм ителгән ирҙең һәм уның танышы, 45 йәшлек яҡташының республикабыҙ һәм Силәбе өлкәһе биләмәһендә ошондай уҡ башҡа енәйәттәргә ҡатнашы булыуы ихтимал. Милиция хеҙмәткәрҙәре граждандарға, әгәр ошондай мутлыҡ ҡорбаны булһағыҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, тип хәбәр итә.