3 декабрь, Шәмбе

28 апрель 2010 йыл, 12:59

Ильяс Мөниров: Өфөлә социаль схемалар буйынса торлаҡ биреүгә күсергә кәрәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Хәҙерге төҙөлөш шарттары төҙөүселәрҙе башлыса социаль схемалар буйынса торлаҡ биреүгә күсеүгә кәрәклегенә инандыра. Өфөлә торлаҡ төҙөүгә төп заказсылар– ҡаланың Инвестиция-төҙөлөш комитеты һәм Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө фонды — быны эшләргә тейеш. Өфө хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Ильяс Мөниров ошо турала хәбәр итте.

— Квадрат метр хаҡы тотороҡланһа, сәнәғәт предприятиелары һәм ойошмаларына үҙ торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу өсөн идеаль шарттар булдырыласаҡ, – тип билдәләне ул. – Күп ҡатлы йорттар төҙөүҙе дауам итеү маҡсатында, «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте өлгөһөндә ҡала предприятиелары средстволарын йәлеп итеү буйынса эшләргә кәрәк. Ул үҙ хеҙмәткәрҙәре өсөн 264 фатирлыҡ йортто файҙаланыуға тапшырҙы.

«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Глумилино микрорайонында торлаҡ йорт һалыуҙы тамамлай. Уны быйыл майҙа файҙаланыуға тапшырырға планлаштырыла.

«ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте проекты тормошҡа ашырыла — Максимовкала коттедж ҡасабаһы төҙөлә, унда индивидуаль, блоклы һәм күп ҡатлы йорттар төҙөү ҡаралған, улар социаль схемалар буйынса ла һатыласаҡ.