Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала наркотиктар ҡулланыуға ҡаршы бильярд турниры үтте

Йәмғиәт

Өфөлә «Иркен пирамида» дисциплинаһында бильярд спорты буйынса республика турниры үтте. Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса  федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, акция «Наркоманияға һәм тәмәке тартыуға юҡ!» девизы аҫтында үтте.

Турнирҙы асыу хоҡуғы Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса  федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары полиция генерал-майоры Рауил Кирәевҡа бирелде. «Иғтибар туплауҙы һәм хәрәкәт талап иткән спорттың һәр төрө, шул иҫәптән бильярд та, наркотиктарға ҡаршы сәләмәт альтернатива булып тора, – тине ул, ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. — Күп йәштәрҙең төрлө спорт төрҙәре менән мауығыуы – наркоманияны иң йоғонтоло иҫкәртеү сараһы ул».

Турнирҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Яңауыл ҡалаларынан, Бүздәк һәм Әлшәй райондарынан 77 бильярдсы ҡатнашты. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ярыштар барышында турнир аҙағына еңеүселәр билдәләнде. Алдынғылыҡты өфөләр – Денис Сәхибгәрәев, Артем Сәйетгәлиев һәм Марат Багаев яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть