Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Өфөлә өс айҙа 76,6 миллион пассажир ташылған

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Өфөлә бар төрҙәге транспорт менән 76,6 миллион пассажир ташылған. Ошондай һан килтерелде Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендәге матбуғат конференцияһында.  

Өфөлөләр элеккесә автобустарға өҫтөнлөк бирә: өс айҙа был транспорт төрө менән 61,5 миллион кеше файҙаланған, дөйөм иҫәптән был 80,3 процент. Асыҡланыуынса, пассажирҙарҙың күп өлөшө маршрут таксийы хеҙмәттәренән файҙалана.

Уҙған өс ай эсендә электр транспорты менән 15,1 миллион кеше йәки 19,7 процент пассажир ташылған. Трамвай һәм троллейбустар бар донъя буйынса транспорттың экологик төрө иҫәпләнә. Әммә автотрассаларҙа машиналарҙың күплеге арҡаһында улар тиҙлек буйынса шул уҡ маршруткаларҙан артта ҡала. Шуға күрә ҡала халҡы экологик булмаһа ла, мобиль транспортҡа өҫтөнлөк бирә.

Теги: транспорт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть