Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Сентябрҙә «Тамға-2010. МедиаИндустрия. Полиграфия. Реклама» күргәҙмәһе үтәсәк

Иҡтисад

28 сентябрҙән 30-ына тиклем Өфөлә Республика йылына арналған «Тамға-2010. МедиаИндустрия. Полиграфия. Реклама» XIII Төбәк-ара махсус күргәҙмәһе үтәсәк.  

1993 йылдан башлап үткәрелеп килгән һәм хәҙер инде профессионалдар араһында яҡшы билдәле был форумды ойоштороусылар –  БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ һәм Төбәк-ара полиграфистар ассоциацияһы ярҙамында Башҡортостан Республикаһының Полиграфистар ассоциацияһы, Башҡортостандың Журналистар союзы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.  

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, форум Конгресс-холда үткәреләсәк. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һикһәндән ашыу ойошма-экспонент урын аласаҡ.

Мәғлүмәт һәм нәшриәт-полиграфия комплексы үҫешендәге һуңғы ҡаҙаныштарҙы һәм тенденцияларҙы күрһәтеүҙән тыш, күргәҙмә сиктәрендә бер нисә презентация һәм ғәмәли саралар үткәреү планлаштырылған: киң мәғлүмәт саралары, нәшриәт эше һәм реклама өлкәһендәге белгестәр, ҡорамалдар менән тәьмин итеүселәр ҡатнашлығында семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, мастер-кластар, тренинг һәм дискуссиялар.

Бынан тыш, күргәҙмә сиктәрендә полиграфисттар, фотохәбәрселәр араһында, баҫма киң мәғлүмәт сараһының иң яҡшы веб-сайтына, иң яҡшы стенд презентацияһына һәм башҡа төрлө конкурстар үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть