Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Парктар маршы – 2010» яңы таланттар асты

Йәмғиәт

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Мәғариф министрлығы, Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан республикаһы бүлексәһе һәм Республика балалар экология-биология үҙәге менән берлектә «Парктар маршы-2010» республика акцияһын үткәрҙе.

Акция сиктәрендә иң яҡшы күргәҙмә материалға (плакаттар, һүрәттәр, листовкалар, мәғлүмәт бюллетендәре), иң яҡшы фотоһүрәткә конкурстар, һаҡлауға алынған территориялар һәм парктар зонаһын, шулай уҡ Башҡортостандың һирәк осраусы һәм юғалыу алдында торған айырым флора һәм фауна төрҙәрен өйрәнеү буйынса тикшеренеү эштәренә конкурс иғлан ителгәйне. Бөрө, Ишембай, Күмертау, Салауат, Өфө ҡалалары, шулай уҡ Ғафури, Дәүләкән, Илеш, Ҡариҙел, Миәкә, Федоровка, Шаран райондарының мәктәп уҡыусылары эштәрен тәҡдим итте.

Йәш таланттар эштәре Башҡортостан Экология министрлығының фойеһында ҡуйылды. Ошонда уҡ уҡыусыларҙың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре һәм республика ҡалаларының парк зоналарына арналған иң яҡшы һүрәттәре һәм фотоларынан күргәҙмә ойошторолдо.

6-11 клас уҡыусылары өсөн «Биотөрлөлөк — Ерҙәге тормош нигеҙе» ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелде. Уның еңеүселәре БР Экология министрлығының маҡтау грамоталары, дипломдар, шулай уҡ ҡимәтле бүләктәр менән наградланды.  

«Парктар маршы – 2010» республика акцияһы республика район һәм ҡалаларының парктарында һәм айырым һаҡланған тәбиғәт территорияларында субботниктар менән тамамланды. Акцияға 1 июндә йомғаҡ яһаласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть