Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

БМК цехтарында электрон үлсәүҙәр ҡуйылған

Иҡтисад

«Мечел» компанияһына ҡараған Белорет металлургия комбинатында үлсәү хужалығын яңыртыу буйынса программа уңышлы ғәмәлгә ашырылған – предприятиеның бар цехтарында һәм бүлексәләрендә яңы электрон үлсәүҙәр ҡуйылған.  

Үлсәү хужалығын яңыртыу программаһы БМК-ла 2007 йылдан алып эшләй. Был арала заманса электрон үлсәүҙәр 150 станында, бар ҡорос сым, ҡорос арҡан, тимер юл һәм копер цехтарында, келәттәрҙә һәм Пугачев карьерында урынлаштырылған. Әлеге ваҡытта Белорет металлургия комбинатында 85 электрон үлсәү эшләй.

Предприятиела металдың комбинатҡа килтерелгән ваҡытынан алып әҙер продукцияға тиклем үткән юлын иҫәптә тотоу системаһы ойошторолған. Электрон үлсәү саралары арҡаһында, тимер онтағын һәм тимер көйөгөн дә иҫәпкә алып, металдың цех эсендәге хәрәкәтен контролдә тоторға мөмкин.

Яңы үлсәүҙәр ҡуйыу буйынса проектты тормошҡа ашырыуға Белорет металлургия комбинаты 4 миллион самаһы аҡса йүнәлткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть