Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Стәрлетамаҡтың 245 йыллығына арналған иң яҡшы символика һәм социаль плакаттар проекттарына конкурс

Йәмғиәт

2011 йылдың майында Стәрлетамаҡ үҙенең  245 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Юилейға әҙерлек башланған да инде. Ошо арала был ваҡиғаға арналған иң яҡшы символика, социаль плакаттар проекттарына конкурс иғлан ителде.

Үҫеп килеүсе быуынға эстетик, патриотик, әхлаҡи һәм мәҙәни тәрбиә биреү, шулай уҡ ижади башланғыстарҙы асыҡлау конкурстың төп маҡсаты иҫәпләнә.

Конкурста ҡатнашыуға ҡала хакимиәте ижади ойошмаларҙы, профессиональ һәм үҙешмәкәр рәссамдарҙы, юғары, урта һәм башланғыс һөнәр биреү учреждениелары (художество бүлектәре һәм тарих факультеттары) уҡытыусылары һәм студенттарын, реклама өлкәһендә эшләүсе предприятиелар һәм агентлыҡтарҙы, йәмәғәт ойошмаларын, граждандарҙы саҡыра.

Конкурсанттар юбилейлы датаға арналған бер йәки унан да күберәк проект тәҡдим итә ала.

Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр йәки аҡсалата премия тапшырыласаҡ.

Теги: ҡала көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть