11 декабрь, Йәкшәмбе

28 апрель 2010 йыл, 9:25

Өфө бюджетына ике айҙа 2,2 миллиарда һум килем килгән

автор: Любовь Колоколова

Ағымдағы йылдың ғинуар-февралендә Өфө предприятиелары менән биш миллиард һум күләмендә баланс килеме алынған, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән бер ярым тапҡырға күберәк.  Рентабелле булмаған предприятиеларҙың зыянға эшләүе лә уҙған йыл менән сағыштырғанда 2,8 миллиард һумға кәмегән. Зыянға эшләүсе предприятиелар өлөшө 2009 йылдың ғинуар-февралендәге 18,9 процентҡа ҡарата 17,7 процент тәшкил итте.

Ошондай һандар әйтелде Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендәге матбуғат конференцияһында.

Ағымдағы йылдың беренсе кварталында ҡала предприятиелары һәм ойошмалары менән бюджет системаһының бар кимәлдәренә лә 24,3 миллиард һум аҡса килгән, шуларҙан федераль бюджетҡа — 14,9 миллиард һум, йәғни 61%, Башҡортостан Республикаһы бюджетына — 7,7 миллиард һәм йәки 32%, Өфө бюджетына 1,7 миллиард һум йәки 7% аҡса күсерелгән.

Матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, ҡала округы бюджетына быйылғы ике айҙа, Рәсәй Федерацияһы бюджет системаларынан күсерелгәнде лә иҫәпкә алып, 2,2 миллиард һум килем килгән. Үҙҙәренең килеме 1,7 миллиард һум тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса ҡала планын 107,1 процентҡа үтәгән.