8 декабрь, Кесе йома

28 апрель 2010 йыл, 9:23

Профсоюздар Беренсе майға әҙерләнә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы Өфөлә Беренсе май митингыһын үткәреүгә әҙерләнә. Был турала БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов хәбәр итте.

Мәскәү метроһындағы күптән түгел булып үткән фажиғәле ваҡиғаларҙы иҫәпкә алып, Әмирхан Сәмерханов әйтеүенсә, Өфөнөң хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре митинг үткәргән ваҡытта именлекте тәьмин итеү буйынса айырыуса етди саралар күрәсәк.

— Был сараның бер ниндәй провокацион ғәмәлдәрһеҙ һәм экстремистик акттарһыҙ үтеүе бик мөһим, — тине БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе.

Әмирхан Сәмерхановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, митингыла профсоюздарҙың талаптарын һәм лозунгыларын яҡларға әҙер булған сәйәси партиялар ҙа ҡатнаша ала. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе менән ошондай килешеүгә өлгәшелгән.

Республика Профсоюздар Федерацияһы хеҙмәтсәндәрҙең Беренсе май митингы резолюцияһын әҙерләгән дә инде. Унда бөтә кимәлдәрҙәге ҡануниәт һәм башҡарма власть органдарына талаптар бирелгән. Улар араһында – халыҡты эш менән тотороҡло тәьмин итеү, йәшәү минимумынан кәмерәк табыштарҙы һалым һалыуҙан азат итеү, 2010 йылда дәүләт һәм муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялау, эшһеҙлек буйынса пособиены арттырыу, энергия өсөн һәм коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә тарифтарҙың үҫеүен сикләү.

темалар: профсоюздар