9 декабрь, Йома

27 апрель 2010 йыл, 17:32

Дәүләт Думаһы тыуған көнөн билдәләй

автор: Евгений Рәхимҡолов

Дәүләт Думаһы бөгөн үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Тап 104 йыл элек, 1906 йылдың 27 апрелендә, Рәсәйҙең беренсе Дәүләт Думаһы эшләй башлай. Дәүләт власының был органын булдырыу тураһында тейешле манифест Николай II тарафынан 1905 йылдың октябрендә сығарыла.

Беренсе Дәүләт Думаһы 72 көн генә йәшәп ҡала, бер генә сессия үткәрергә өлгөрә. Дәүләт Думаһына төрлө сәйәси партиялар вәкилдәре инә. Иң күп һанлы фракция кадеттар була – 179 депутат. Октябристарҙан – 16, социал-демократтарҙан 18 депутат иҫәпләнә. Аҙ һанлы милләттәр ойошмаларынан 63 вәкил, партияһыҙҙарҙан 105 вәкил була.

Үҙе эшләгән 72 көн эсендә беренсе Дәүләт Думаһы хөкүмәттең законһыҙ эш итеүҙәре тураһында 391 запрос ҡабул итә. Һөҙөмтәлә ул батша тарафынан таратыла һәм “Халыҡ нәфрәте Думаһы” булараҡ тарихҡа инә.