Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.37 ↓

EUR 60.59 ↑

31 март, Йома

Уфа   °

Ветерандар өсөн йылы әйберҙәр

Сәйәсәт

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан Өфөнөң Октябрь районында йәшәгән 671 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына, концлагерҙар тотҡондарын һәм блокадасыларҙы индереп, махсус бүләктәр йыйылмаһы тапшырыласаҡ.  

Уға плед һәм йылы жакет инә, жакет һәр ветерандың шәхси үлсәме буйынса һайлап алынған.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам комплекттарын Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарата, улар көнөнә 120-130 кешегә инергә өлгөрә.

28 апрелдә социаль хеҙмәткәрҙәр 180 ветеранды ҡотларға йыйына. Был көндө улар Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернатына барырға планлаштыра, унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы  алты кеше һәм 28 тыл эшсәне йәшәй.  

Бүләктәр йыйылмаһы менән бергә ветерандарға республика Президенты, баш ҡала хакимиәте башлығы һәм Советы рәйесе исеменән ҡотлау открыткалары тапшырасаҡтар.    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть