6 декабрь, Шишәмбе

27 апрель 2010 йыл, 15:03

Педагогик вуздар студенттары спартакиадаһы үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

12 майҙа Стәрлетамаҡта башланасаҡ Педагогик вуздар студенттары спартакиадаһында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы һәм Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы студенттары ҡатнашасаҡ. Бөтәһе 600-ҙән ашыу бала.

Спорт ярыштары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү һәм Рәсәй  Федерацияһында Уҡытыусы йылы сиктәрендә үткәрелә.

Спартакиада спорттың 12 төрө — шахмат, баскетбол, мини-футбол, милли көрәш, лапта, йөҙөү, бокс, волейбол, йүнәлеш алыу спорты, гер күтәреү спорты, атыу һәм еңел атлетика буйынса үтәсәк.

Спартакиаданы ябыу һәм йомғаҡ яһау тантанаһы Бөрөлә 15 майҙа үткәрелә.

темалар: мәғариф